"Еңеү паркы устарҙа" тактиль күргәҙмәһе

Презентация тактильной выставки "Парк Победы на ладони"
Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында Хәрби Дан музейының "Еңеү паркы устарҙа" тактиль күргәҙмәһенең презентацияһы уҙҙы. Музей хеҙмәткәрҙәре ҡунаҡтарҙы тактиль экспонаттар, проект өҫтөндә эшләү барышы менән таныштырҙылар.
Проект Еңеү паркында урынлашҡан һәйкәлдәрҙең, хәрби техникаларҙың 3D макеттары коллекцияһынан тора.
Күргәҙмәлә 15 модель тәҡдим ителде: Бөйөк Ватан һуғышына бағышланған 7 һәйкәл, Рәсәйҙең Хәрби-диңгеҙ флотына, һуғышта ҡатнашҡан ветерандарҙың бюсы һәм Совет һәм Рәсәй армияһы хәрби техникаһының 5 макеты. "Тарихҡа ҡағыл" күргәҙмәһе 2020 йылдың 25 декабренә тиклем эшләйәсәк.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.