Брайль системаһы буйынса башҡорт шрифтын уйлап табыусы

Изобретатель башкирского шрифта по системе Брайля.
Махсус китапхананың тифлобаҫма бүлеге яҙыусы Сәғит Агиштың Мәкәрим Төхвәтшин тураһында иҫтәлектәре баҫылды. Аҙ тиражлы был баҫма ҡабарынҡы нөктәле шрифт менән рус һәм башҡорт телдәрендә баҫтырылды.
Әҫәрҙә үткән быуаттың 60-сы йылдары һәм Брайль системаһы буйынса башҡорт шрифтын уйлап табыусы Мәкәрим Төхвәтшиндең тормош юлы тураһында һөйләнелә.
Мәкәрим Төхвәтшин 1924 йылда Туймазы районы Бишҡурай ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. 7 йәшендә тома һуҡырға әйләнә.
Бөрө ҡалаһының һуҡыр балалар өсөн махсус мәктәпте уңышлы тамамлағандан һуң, Өфө музыкаль училищеһына баян класына уҡырға инә. Аҙаҡ һуҡырҙар ойошмаһының председатель урынбаҫары булып эшләй.
Мәкәрим Төхвәтшин 1948 йылдан алып коммунистар партияһы ағзаһы. 1950-1952 йй. - партия ойошмаһы секретары. 1958 йылда - "Восовец" стенгазета мөхәррире. Һуҡырҙар ойошмаһы ағзаларына төрлө сәйәси темалар буйынса лекциялар уҡый. Сәнғәт өлкәһендә лә әүҙем ҡатнаша. Пьесаларҙа төрлө ролдәр башҡара.
Башҡорт һәм татар телдәрендәге әҫәрҙәр тик радио аша ғына таныша. Сөнки Брайль системаһы буйынса баҫтырылған әҫәрҙәр бөтөнләй юҡ. Оҙаҡламай М. Төхвәтшин оло хеҙмәтен башҡара: Брайль системаһы буйынса башҡорт шрифтын уйлап таба.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.