"Бөтә Рәсәй тауыштан уҡыу көнө" акцияһы

23 июль Рәсәйҙең 15 регионында "Бөтә Рәсәй тауыштан уҡыу көнө" үтәсәк. Был көндө теләһә кем китаптан яратҡан өҙөгөн уҡый ала. Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы ла, башҡалар менән бер иҫәптән, был акцияла ҡатнаша. 
"Бөтә Рәсәй тауыштан уҡыу көнө" акцияһы - уҡыу мөхитен тыуҙырыуға йүнәлтелгән ағартыу акцияһы. Акция сиктәрендә, ҡатнашыусыларға үҙҙәре һайлап алған фольклор, матур әҙәбиәт йәки шиғри әҫәрҙән өҙөктө тауыштан уҡырға тәҡдим ителә. 
Китапханасылар рус һәм совет прозаигы, драматург Александр Валентин улы Вампиловтың "Ҡауҙы ояһында ҡояш" һәм "Ваҡиғалар барышы" әҫәрҙәрен уҡынылар. 
Одноклассники социаль селтәрендә видео
Бәйләнештә социаль селтәрендә видео
Әйҙәгеҙ, бергә уҡыйыҡ, әйҙәгеҙ, тауыштан уҡыйыҡ!

 

 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.