Бөтә донъя йөрөтөүсе эттәр көнөнә

К Всемирному дню собак-поводырей
2018 йылдың 27 апрель 60-тан ашыу илдә йөрөтөүсе эттәр көнө билдәләнә. Йөрөтөүсе эттәр – һуҡырҙарҙың алыштырғыһыҙ дуҫы, ярҙамсыһы. Эҫелә лә, һыуыҡта ла дүрт аяҡлы дуҫтар хужаһының һәр аҙымын күҙәтә. Ошо дата айҡанлы махсус китапханала 28-се коррекцион мәктәп-интернаты уҡыусылары йөрөтөүсе эттәр менән осрашты. Ошонда уҡ М. Самарскийҙың “Дуҫым өсөн йәйғор” китабына ҡабарынҡы график иллюстрациялар альбомының презентацияһы үтте. Альбом БДПУ-ның сығарылыш студенты Айһылыу Назарова тарафынан эшләнде. Йөрөтөүсе эттәр клубы “Аҡтырнаҡ” ағзалары эттәрҙең практик ярҙам алымдарын, урамда башҡарылған командаларҙы күрһәтте. БДПУ волонтерҙары балаларға эттәр менән аралашырға ярҙам итте. «Art-город» студияһы һыуҙа һүрәт төшөрөү буйынса мастер-класс үткәрҙе.
You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.