Бөгөн Бөтә Донъя Брайль Азбукаһы көнө билдәләнә

Бөгөн Бөтә Донъя Брайль Азбукаһы көнө билдәләнә
04 января 2022, 22:27 Был дата Берләшкән Милләттәр ойошмаһы Генераль Ассамблеяһы тарафынан мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр проблемаһына иғтибарҙы арттырыу маҡсатында иғлан ителә. Ер шарында 39 миллионға яҡын һуҡыр кеше иҫәпләнә, күреү һәләте насар булғандар тағы ла күберәк. Тактиль шрифт уларға аралашырға, белем алырға, яңы мәғлүмәт тупларға һәм фекерҙәрен еткерергә ярҙам итә. Уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдарынан алып Башҡортостанда йәшәүселәр Брайль системаһына яраҡлаштырылған башҡорт алфавитын үҙләштерә ала. Уның авторы – РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы Мәкәрим Төхвәтшин. Тактиль шрифт буйынса белем алыуҙа һуҡырҙар өсөн республика махсус китапханаһының да әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Учреждение хеҙмәткәрҙәре башҡорт телен популярлаштырыу йүнәлешендә әүҙем эшләй. Әйтәйек, былтыр милли кейемдәр һәм ювелир сәнғәткә арналған махсус йыйынтыҡтар баҫтырылған.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.