Бер уҡыусының бенефисы. Зарема Сөләймәнова.

Даими уҙған "Бер уҡыусының бенефисы" циклы рамкаһында махсус китапханала беҙҙең әүҙем уҡыусыбыҙ Зарема Сөләймәнованың автор кисәһе үтте.
Зарема 1987 йылда Өфөлә тыуған. 28-се коррекцион мәктәп-интернатында уҡыған. 2008-2014 йылдарҙа БДУ-ның рус филологияһы факультетында уҡый.
Мәктәп хорында шөғөлләнә. Балалар, һуңынан үҫмерҙәр ансамблендә ҡатнаша. Әлеге мәлдә театраль коллективтарҙа ҡатнаша. Махсус китапхананың тифлобаҫма бүлегендә корректор булып эшләй.
Сара башында китапханасылар Зареманың биографияһы менән таныштыра. Аҙаҡ автор үҙе тураһында һорауҙарға яуап бирә, йырҙар йырлай.
Шулай уҡ кисәлә үҙенең ижады менән Светлана Мусина, Марина Иванова, Руслан Ҡарасурин һәм башҡалар бүлеште. Рус һәм башҡорт телдәрендә шиғырҙар яңғыраны. Кисәлә ҡыҙы Карина бер-нисә хореографик номерҙар ҡуйҙы.
 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.