Бер уҡыусы бенефисы: Валерий Грызлин.

Бенефис одного читателя: Валерий Гризлин.
24 февраль М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында "Бер уҡыусы бенефисы" циклы сиктәрендә Валерий Грызлин менән осрашыу үтте. Осрашыу А. С. Пушкин көнөнә арналды. 
Пушкин менән Дантес араһындағы дуэлгә 185 йыл тулды. Дуэль һөҙөмтәһендә Пушкин яралана һәм ике көндән үлә. 
Валерий Грызлин китапханаға 2005 йылдан алып йөрөй. 
1953 йылда Ырымбур ҡалаһында тыуған. Һуҡыр балалар өсөн Пермь интернатында уҡый. Музыка менән 3 йәшенән алып шөғөлләнә. 1970 йылда Пермь университетының филология факультетына уҡырға инә. Уны унда вокал түңәрәгенә саҡыралар. 
2005 йылда Белорет ҡалаһына күсеп килгәс, 14-се балалар гимназияһында йыр дәрестәрен бирә, "Урал" хоры менән етәкселек итә. 2010 йылда уға Белорет ҡалаһында "Мәҙәниәт өлкәһендә Йыл Кешеһе" исеме бирелә. 2012 йылда Халыҡ-ара "Филантроп" премияһы бирелә. 
Бөгөнгө көндә Валерий Грызлин ағартыу һәм шәфҡәтлелек эштәре менән шөғөлләнә. Белорет ҡалаһының мәҙәниәт һарайында халыҡ академия хорында йырлай. 
Кисәлә А. С. Пушкиндың төрлө йылдарҙа яҙылған шиғырҙары яңғыраны. 
Тура трансляцияның яҙмаһы социаль селтәрҙәрҙә.

https://vk.com/wall205296142_3152

https://ok.ru/live/3957226610518

 

 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.