Башҡорт сатираһы батшаһы махсус китапханала ҡунаҡта

Король башкирской сатиры в гостях у читателей
Кисә һуҡырҙар өсөн Башҡортостан Республика махсус китапханаһының китап уҡыусылары яҙыусы-сатирик, шағир, журналист Марсель Сәлимов менән осрашты. Марсель Шайнур улы үҙенең яңы сыҡҡан әҫәрҙәре тураһында һөйләне. Осрашыу иҫтәлектәре менән уртаҡлашты. Уҡыусыларға өс китабын презентацияланы һәм һәр береһенән берәр экземпляр махсус китапханаға бүләк итте: “Аллалар менән һөйләшеү”, “Бер кем дә яҙмаған китап”, “Етмеш йәшкә еткәндә”. “Балаганчик” китап театры яҙыусының “Метаморфозалар” һәм “Сисенегеҙ” әҫәрҙәрен сәхнәләштерҙе.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.