"Асыҡ йөрәктәр" Халыҡ-ара балалар конкурс-фестивале

Был конкурс-фестиваль балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең ижади потенциалдарын үҫтереүҙе, гражданлыҡ позицияһын, патриотлыҡ тойғоһон, толерантлылыҡты тәрбиәләүҙе, Башҡортостан һәм Рәсәйҙең башҡа региондары йәштәрен берләштереүҙе  маҡсат итеп ҡуя.
Фестивалдең ойоштороусылары: "Башҡортостан-Болғар" халыҡтар дуҫлығы ойошмаһы, "Мәжит Ғафури - XXI быуат" мәҙәниәт фонды" йәмғиәти биләмә ойошмаһы, Өфө ҡалаһының 21-се лицей базаһындағы республика мәҙәни һәм тирә-яҡ мөхит бүлмәһе.
Конкурстың ҡатнашыусылары: мәктәпкәсә йәштәге балалар, махсус һәм белем биреү мәктәптәренең 1-11 класс уҡыусылары, өҫтәмә белем биреү учреждениелары тәрбиәләнеүселәре, йәштәр һәм үҫмерҙәр клубы ағзалары, Башҡортостан республикаһының, Рәсәйҙең башҡа региондары, яҡын һәм алыҫ сит ил белем биреү һәм үҫтереү үҙәктәре.
Конкурс-фестиваль номинациялары, конкурс эше ҡағиҙәләре, ғаризалар буйынса мәғлүмәт  IVХалыҡ-ара инклюзив конкурс-фестиваль Положениеһына һалынған.
 
 
You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.