Алла Докучаева: "Талант һәм илһам"

Алла Докучаева: "Талант плюс вдохновение"
28 ғинуар махсус китапханала, яҙыусы, журналист Алла Докучаеваның тыуыуына 85 йыл тулыу айҡанлы, "Талант һәм илһам" әҙәби сара үтте.
Алла Анатолий ҡыҙы 1935 йылда Горький (Түбәнге Новгород) ҡалаһында тыуған. 1970 йылдан алып Өфөлә йәшәй. Журналист, яҙыусы һәм 27 китап авторы. РБ-ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Ш. Хоҙайбирҙин һәм С. Злобин исемендәге премиялар лауреаты. Башҡортостан республикаһының Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Осрашыу барышында беҙҙең хеҙмәткәрҙәр ҡунаҡтарҙы яҙыусы тормошондағы ҡайһы бер факттар менән таныштырҙы. Әҫәрҙәренән өҙөктәр уҡынылар. Сәй өҫтәле артында фекер алышыу барҙы.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.